ТӨРКИ ҠАҒАНАТЫ, 552—745 йй. Үҙәк Азия, Урта Азияның бер өлөшө, Төньяҡ Ҡытай биләмәләрендәге төрки ҡәбиләләр берлеге дәүләттәре. 6 б. башында Жужан ҡағанатындағы низағтар төрки ҡәбиләләр берлеге тарафынан Т.ҡ. ойошторолоуына килтергән (жужандарҙың нәҫелдәре һуңыраҡ “аварҙар” тип атала башлаған һәм Паннонияла Авар ҡағанатына нигеҙ һалған). Дәүләт башында сығышы м‑н Ашин ырыуынан булған ҡаған (хан) торған (тәхет сират б‑са күскән), ул иң юғары власҡа һәм ерҙәргә хужа булған. Уның ставкаһы Орхон й. (Байкал күле басс.) үрге ағымында урынлашҡан. Халыҡ күбеһенсә тәңрегә (ҡара: Тәңрелек) инанған. Дәүләт ҡоролошо ярым хәрби характерҙа булған. Төп халҡы — төрки ҡәбиләләр, уларҙың һәр береһе үҙ биләмәләрендә йәшәгән. Иң үҫешкән хужалыҡ тармағы — күсмә һыйырсылыҡ. 545 й. төркиҙәр жужан ҡәбиләләрен ҡыйратҡан. 551 й. төркиҙәрҙең Бөйөк ябғуһы (кенәзе) Бумын ҡаған тип иғлан ителгән. 555 й. Т.ҡ. тотош Үҙәк Азияны биләгән. 60—80‑се йй. Истәми етәкс. төркиҙәр ғәскәре эфталиттар дәүләтен ҡыйратып, Төньяҡ Ҡытайҙағы Чжоу һәм Ци дәүләттәрен буйһондорған, Иран һәм Византия м‑н һуғышҡан. 7 б. башында Көнсығыш һәм Көнбайыш төрки ҡағанаттарға тарҡалған. Көнсығыш (Икенсе) Т.ҡ. 7 б. башында — 745 й. Үҙәк Азияны биләгән. Көнбайыш Т.ҡ. һәм Ҡытай м‑н һуғыштар 630 й. ҡағанат ғәскәренең ҡыйралыуына килтергән. 680—83 йй. төркиҙәр ихтилалынан һуң бойондороҡһоҙлоғон тергеҙгән. Ашиндар нәҫеленә ҡарамаған кенәздәр ҡаған булып киткән. 745 й. үҙ-ара низағтар һәм бәләкәй биләмәләргә бүленеү арҡаһында Көнсығыш Т.ҡ. юҡҡа сыҡҡан. Көнбайыш Т.ҡ. (үҙ атамаһы Ун уҡ будун — Ун уҡлы ил) 7 б. башында — 8 б. уртаһында Ҡырым, Волга буйы, Төньяҡ Кавказ, Урта Азияның бер өлөшөн үҙ эсенә алған. Дәүләт 10 будунға (провинцияға) бүленеп, уның башында наместниктар торған. Халыҡтан һалым йыйғандар. 30‑лаған соц. төркөм иҫәпләнгән. Баш ҡалаһы — Суяб (Чуяб) ҡалаһы. 659— 704 йй. сәйәси һәм иҡт. йәһәттән Ҡытайға буйһонған. 740 йй. үҙ-ара низағтар һәм күрше дәүләттәр м‑н һуғыштар ҡағанаттың һәләкәтенә килтергән. 6 б. 50‑се йй. аҙ. алып Башҡортостандың байтаҡ өлөшө Көнбайыш Т.ҡ. составына ингән. Т.ҡ. дәүеренең археологик мираҫына Һултантимер ҡурғаны, һынташтар, Бахмут мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте ҡомартҡылары ҡарай.

Әҙәб.: Г у м и л ё в Л.Н. Древние тюрки. М., 1993; К л я ш т о р н ы й С.Г., С а в и н о в Д.Г. Степные империи древней Евразии. СПб., 2005.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.Х.Хужин