ТӨХВӘТУЛЛА ҮТӘЕВ, Т. Ү т ә ү и, кантон башлығы. Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Барын-Табын улусы Малай- Муйнаҡ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) башҡорто. Йорт старшинаһы, 1819 й. алып 4‑се кантон башлығы. Вазифаһынан артыҡ файҙаланыуы, халыҡҡа аяуһыҙ мөнәсәбәте м‑н айырылып торған. Яҡынса 20 тапҡыр тәфтиш аҫтында булған. 1832 й. дәрәжәһенән һәм шәхси дворянлыҡтан мәхрүм ителеп, ғүмеренең аҙағына тиклем Себергә һөрөлгән. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Башҡ. халыҡ йыры “Төхвәт кантон” Т.Ү. исеменә бәйле.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин