ТӨРКӨСТАН ФРОНТЫ, 1919 й. авг. РСФСР Ҡораллы көстәре баш командующийы күрһәтмәһе б‑са Көньяҡ армиялар төркөмө базаһында ойошторола. Т.ф. составына Төркөстан биләмәләрендә һуғышҡан Беренсе армия (1919 й. авг. — 1920 й. дек.), Көнсығыш фронттың 4‑се (1919 й. марты — 1920 й. апр.), 11‑се (1919 й. авг.—окт.) армиялары һәм Ҡыҙыл Армия частары инә. Граждандар һуғышы барышында Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөнә һәм Урал армияһына ҡаршы була. Фронт ғәскәрҙәре тарафынан 1919 й. авг.—сент. Аҡтүбә операцияһы уҙғарылып, Орск (29 авг.) һәм Аҡтүбә (2 сент.) ҡҡ. алына; 1919 й. нояб. — 1920 й. ғин. Урал-Гурьев операцияһы һөҙөмтәһендә Урал армияһы ҡыйратыла. Апр. алып Урта Азияла баҫмасылыҡ хәрәкәтенә ҡаршы көрәш алып бара. 1926 й. июнендә Урта Азия хәрби округына үҙгәртелә. Фронт командующийҙары: М.В.Фрунзе (1919 й. авг. алып), Г.Я.Сокольников (1920 й. сент. — 1921 й. февр.; 1922 й. нояб. — 1923 й. марты), В.С.Лазаревич (1921 й. февр. алып), В.И.Шорин (1922 й. ғин. алып), А.И.Корк (1923 й. мартынан), С.А.Пугачёв (1923 й. июленән), М.К.Левандовский (1924 й. апр. алып), К.А.Авксентьевский (1925 й. нояб. алып) һ.б.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018