ТӨРКӨСТАН АРМИЯҺЫ, 1919 й. мартында Көнсығыш фронт командующийы күрһәтмәһе б‑са Ырымбур уҡсылар див. һәм 3‑сө Төркөстан кавалерия див. ойошторола. Майҙа Т.а. 2‑се, 25‑се һәм 31‑се уҡсылар див. ҡушылған. Көньяҡ армиялар төркөмө составына инә. Т.а. Ырымбур ҡ. тирәһендә Ырымбур армияһы м‑н һуғыша (март—апр.), май—июндә Бәләбәй операцияһында, Боғорослан һәм Өфө операцияларында ҡатнаша. 1919 й. июнендә таратыла. Командующийҙары: Г.В.Зиновьев (1919 й. мартынан), М.В.Фрунзе (майҙан).

А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.