ТРУШКОВ Илья Фёдорович (25.7. 1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Троицк а. — 4.1.1993, Обнинск ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Полковник. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал хәрби-пехота уч‑щеһын (Златоуст ҡ., 1944), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (Мәскәү, 1953), “Выстрел” Юғары атыу-тактика курстарын (Солнечногорск ҡ., 1962) тамамлаған. 3‑сө Спас-Сергиев араҡы з‑дында эшләгән (Стәрлетамаҡ ҡ.). 1943 й. алып Совет Армияһында. 1944 й. июненән 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия танк армияһы 19‑сы механизацияланған бригадаһының пулемётсылар взводы ком. өлкән лейт. Т. 1945 й. 22 апр. Вайсензее а. (Германия) янындағы алышта, 26 апр. Берлинда Шпрее й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1976) Обнинскиҙа эшләй. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ (икеһе лә — 1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Стәрлетамаҡта Г.К.Жуков ис. скверҙа Т. һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018