ТРУБАНОВ Владимир Евгеньевич (28.10.1976, Салауат ҡ. — 19.8.1996, Грозный, тыуған яғында ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1998). 1995—96 йй. Чечен Респ. хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. 1995 й. алып РФ ЭЭМ‑ының эске ғәскәрҙәрендә. РФ ЭЭМ‑ының Эске ғәскәрҙәре Себер округының 5427‑се ғәскәри часында хеҙмәт итә. Герой исеменә хәрби разведка-дозор машинаһы уҡсыһы рядовой Т. 1996 й. 19 авг. Грозныйҙа барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Салауатта Т. уҡыған 19‑сы ПУ‑ға, 15‑се урта мәктәптәге музейға уның исеме бирелгән; училище бинаһына, “Мәңгелек ут” мемориаль комплексында һәм Т. йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйылған.

 

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин