ТРОШИН Алексей Васильевич (6.4.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Ивановка а. — 3.4.2008, Киев), танкист, полковник. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. Хәрби-сәйәси акад. тамамлаған (Мәскәү, 1968). Стәрлетамаҡ р‑нының “Маяҡ” к‑зында эшләгән. 1943 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. февр. башлап Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһының 9‑сы механизацияланған корпусы 69‑сы механизацияланған бригадаһының 1‑се мотоуҡсылар батальоны пулемётсыһы рядовой Т. 1943 й. 21—22 сент. Украина ССР‑ының Зарубинцы а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1976) Грузин ССР‑ының Аҙыҡ-түлек сәнәғәте министрлығында эшләй. Ленин (1943), 1‑се (1985) һәм 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.