ТРОИЦК ӨЙӘҘЕ, 1784 й. Өфө наместниклығы составында ойошторолған. Өйәҙгә Верхнеурал өйәҙенең төньяҡ- көнсығыш, Өфө өйәҙенеңкөнсығыш, Силәбе өйәҙенең көнбайыш өлөшө ингән. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1919 й. сент. — Силәбе губернаһы составында була. 1865 й. Т.ө. бер өлөшө Златоуст өйәҙенә ҡараған. 18 б. аҙ. төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта — Пермь наместниклығы, көнсығышта — Силәбе өйәҙе, көньяҡта — Урта ҡаҙаҡ йөҙө, көньяҡ- көнбайышта — Верхнеурал өйәҙе, төньяҡ-көнбайышта Өфө өйәҙе м‑н сиктәш булған. Адм. үҙәге — Троицк ҡ. Майҙаны — 23388,4 км2 (1897). Халҡы 18 б. аҙ. — 52661 кеше (ш. иҫ. башҡорттар12151), 1897 й. — 201231 (башҡорттар — 14796, ҡаҙаҡтар2229, мордвалар1042, татарҙар14840, урыҫтар165417 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 75993 крәҫтиән, 33114 мещан, 1636 дворян һ.б.; 30944 мосолман, 169576 православие динен тотоусы (ш. иҫ. 8918 старообрядсы) һ.б. иҫәпләнгән. Идара итеүҙең кантон системаһыиндерелгәндән һуң, өйәҙ терр‑яһында 3‑сө башҡ. һәм 1‑се мишәр кантонының бер өлөшө ойошторолған. 1866 й. Т.ө. 178 торама пункт, 4 станбулған. 1890 й. 9 улус(Вознесенка, Егорьевка, Екатерининка, Константиновка, Мейәс, Сыростан, Туңғатар, Турғаяҡ, Һыҙғы) һәм 9 станица (Ключевка, Кособродка, Ҡондора, Ҡуййылға, Михайловка, Степной, Травниковка, Түб. Уйыл, Уй), 1917 й. 13 улус теркәлгән. Халҡы башлыса игенселек, һыйырсылыҡм‑н шөғөлләнгән. 20 б. башында Кочкарь алтын приискылары, Мейәс алтын приискылары, кирбес һуғыу, 21 туң май иретеү, 5 тире иләү з‑ды һ.б. пр‑тиелар эшләгән. 9 ҙур йәрминкә уҙғарылған. 1892 й. өйәҙ аша Көнбайыш Себер т. юлы үткән; Троицк т. юлы төҙөлгән (1911—24). 25 мәсет, 26 сиркәү, 33 часовня һәм монастырь булған (1866). 1919 й. бер улус — Арғаяш кантоны, 5 улус Тамъян-Ҡатай кантоны составына ингән. 1923 й. өйәҙ Троицк округы итеп үҙгәртелеп, Урал өлкәһе составына ҡушылған. Карта 200‑сө б.

Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Карта: Троицкөйәҙе (19 б. 2‑се ярт.)