ТРОИЦК ҠӘЛҒӘҺЕ, 1743 й. И.И. Неплюев тарафынан башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә Уйыл й. Уй й. ҡойған урында хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалынған. Православие динен тотоусыларҙың Изге Троица байрамы (ҡара: Православие байрамдары) хөрмәтенә аталған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш сиге буйында төҙөлгән 9 ҡәлғәиҫәбенә инеп, Уй сик һыҙығының (ҡара: Ырымбур сик һыҙығы) үҙәге булған. Т.ҡ. тәүҙә башҡа ҡалаларҙан дворян һәм казактар күсерелгән. Гарнизон739 һалдат һәм офицерҙан торған. 1771 й. 1680‑дән ашыу кеше, 317 йорт иҫәпләнгән. 1745 й. Троицк алыш-биреш йорто төҙөлөп, унда 1750 й. алып йәрминкәләр үткәрелгән. Халҡы игенселек, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән, сауҙа (башлыса Урал аръяғы башҡорттары һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтары килтергән йылҡы м‑н) иткән. 18 б. уртаһында Т.ҡ. Ҡаҙағстан, Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтары м‑н тышҡы сауҙа урынына әүерелгән. Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) осоронда 1774 й. майында ҡәлғә Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәре тарафынан баҫып алынған һәм бер көн улар ҡулында булған. 1784 й. өйәҙ ҡалаһы статусы алған (ҡара: Троицк).

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.