ТРЕТЕЙ СУДТАРЫ, ике яҡтың килешеүе нигеҙендә гражданлыҡ хоҡуғы б‑са бәхәстәрҙе хәл иткән дәүләткә ҡарамаған органдар. Даими эшләгән (сауҙа палаталары, биржалар, эшҡыуарҙар һәм ҡулланыусылар йәмәғәт берекмәләре тарафынан ойошторолоп, уларҙың ҡарамағында эшләй) һәм айырым бәхәсте хәл иткән (ике яҡтың килешеүе б‑са) Т.с. айырыла. Третей судьялары бәхәсләшеүселәр тарафынан һайлана (тәғәйенләнә). Хоҡуҡи институт булараҡ Т.с. барлыҡҡа килеүе 12 б. йылъяҙмалары, Боронғо Новгородтың ҡайһы бер документтары, Собор Уложениеһы, Третей суды т‑да положениела (1831) күренә. Суд реформаһы (1864) һөҙөмтәһендә Т.с. хоҡуҡи бәхәсте альтернатив һәм ирекле хәл итеү алымы булып ҡалған. Совет власы йылдарында Т.с. эшмәкәрлеге РСФСР ХКС‑ының Суд т‑да 1‑се декреты (1917), Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның Третей суды т‑да декреты (1918), РСФСР Гражданлыҡ суд эштәре кодексы (1923, 1964), СССР һәм союздаш респ. гражданлыҡ эштәре б‑са закондар йыйынтығы (1961), Третей суды т‑да положениелар (1924, 1975) һ.б. тарафынан көйләнгән. Диңгеҙ арбитраж комиссияһы (1930 й. төҙөлә) һәм СССР Бөтә Союз сауҙа палатаһы ҡарамағындағы Тышҡы сауҙа арбитраж комиссияһы (1932) Т.с. ҡанундары б‑са эшләгән. РФ‑та Т.с. РФ Гражданлыҡ кодексы (1994), РФ Арбитраж суд эштәре кодексы, РФ Гражданлыҡ суд эштәре кодексы, “Рәсәй Федерацияһында третей судтары тураһында” федераль законы (бөтәһе лә — 2002) һ.б. нигеҙендә эшләй. БР‑ҙа 74 даими эшләгән Т.с. бар (2009), ш. иҫ. Өфөлә “Уралсиб” ААЙ (1998), БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Урал Т.с. (икеһе лә — 2003) ҡарамағындағы, Респ. эш биреүселәренең “Башҡортостан Республикаһының төҙөүселәр союзы” (2005) өлкә берекмәһе, “Финанс махсус именлек агентлығы” ЯСЙ, “Эшҡыуарҙар союзы” ЯСЙ ҡарамағындағы БР Арбитраж Т.с. (икеһе лә — 2006), Белорет, Благовещен, Бөрө, Бәләбәй, Күмертау ҡҡ. һәм Йәрмәкәй р‑нының Бекетов а. Федераль Т.с. (Мәскәү, 2007) вәкиллектәре эшләй.

Е.М.Тужилова-Орданская

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.