ТОЧИССКИЙ Павел Варфоломеевич (3.5.1864, Екатеринбург ҡ. — 10.7.1918, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет заводы а., хәҙ. Белорет ҡ.), революция хәрәкәте эшмәкәре. Дворян. 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. 1885 й. С.‑Петербургта “Петербург мастеровойҙары ширҡәте” социал‑демократик ойошмаһына нигеҙ һалған. Бер нисә тапҡыр ҡулға алынған һәм һөргөнгә оҙатылған. 1888 й. башлап Житомир, Мәскәү, Һарытау, Тамбов, Вологда, Әстерхан ҡҡ., 1917 й. февр. — Омск ҡ., мартынан Белорет заводы а. (большевиктар ойошмаһын ҡорған) революцион эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнгән. 1918 й. мартынан Белорет хәрби‑революцион ком‑ты һәм РКП(б) ком‑ты рәйесе, Белорет округының хәрби комиссары. Аҡтар хәрәкәтенә ҡаршы Верхнеурал өйәҙендә һәм Златоуст өйәҙендә ҡораллы отрядтар ойошторған. Сәйәси дошмандарға ҡарата репрессия үткәргән. И.Д.Каширин м‑н ыҙғыш арҡаһында урындағы эсерҙар тарафынан үлтерелгән. Т. исеме м‑н Белоретта урам аталған, шунда уҡ уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018