ТОТЕМИЗМ, кеше һәм тотем — хайуан, үҫемлек, һирәгерәк тәбиғәт күренеше йәки әйбер араһында ҡөҙрәтле көсө булған туғанлыҡ барлығына нигеҙләнгән традицион инаныуҙар. Ҡағиҙә булараҡ үҙ тотемының исемен йөрөткән тотем төркөмө (ырыуйәки ырыу бүленеше) ағзаларына тотем ҡоштары һәм хайуандарына һунар итеү, уларҙың итен ашау, үҙ‑ара никахҡа инеү (экзогамия үтәү) тыйылған. Башҡорттарҙа Т. — исламға тиклемге дини инаныуҙар элементы. Хөрәфәттәргә ярашлы, тотем ырыуҙың боронғо мифик башлығы йәки үлгән ата‑бабалар рухының кәүҙәләнеше (ҡара: Онгон) булып һаналған. Тотем т‑да күҙаллауҙар хайуандар (ҡара: Айыу культы, Ат культы, Болан культы, Бүре культы) һәм ҡоштар культы барлыҡҡа килеүгә нигеҙ була. Башҡ. фольклорында тотем хайуандары ырыу ҡурсалаусыһы һәм юлбашсыһы (ҡара: “Сыңрау торна”), бәхет һәм именлек символы (ҡара: “Ҡуңыр буға”) итеп һүрәтләнгән. “Айыу егет”, “Бүреләр тоҡомо” һ.б. легендаларҙа хайуан м‑н кешенең бер‑береһенә әүерелеүе, ҡатындың хайуандан ғәйрәтле көсө булған бала табыуы, хайуандың һөйләшә башлауы (ҡара: “Аҡһаҡ ҡола”) һ.б. т‑да сюжеттар билдәле. Хайуандарҙың мөгөҙҙәре, тырнаҡтары, ҡаҙыҡ тештәре, һөйәктәрендә тылсымлы көс бар тип һаналған (ҡара: Магия), уларҙы бетеү итеп йөрөткәндәр, халыҡ медицинаһында ҡулланғандар. Т. башҡорттарҙың биҙәү‑ҡулланма сәнғәтендә, орнаментында, архитектураһында сағылыш тапҡан. “Айыу туйы”, кәкүк сәйе, ҡарғатуй һ.б. традицион байрамдар тотем инаныуҙарына бәйле. Башҡ. ырыуҙары исемендә — “айыу”, “бүре”, “ҡоҙғон”, ырыу бүленештәре атамаһында “бөркөт”, “төлкө”, “торна” һ.б. этнонимдар (ҡара: Этнонимика) һаҡланып ҡалған. Элек башҡорттарҙа Т. таралыуы хаҡында Ибн Фаҙлан яҙмаларында телгә алына.

Әҙәб.: С у л е й м а н о в а М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. М.В.Хәкимова