ТОРНОВ (Персианинов) Василий Иванович (1737, Мәшхәд ҡ., Фарсы иле — 10.1.1775, Мәскәү), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. 1756 й. алып Рәсәйҙә. Ихтилалға 1773 й. окт. ҡушыла, Т.И.Падуров отряды составында Ырымбур ҡ. янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Дек. Пугачёв тарафынан Нуғайбәк ҡәлғәһе атаманы итеп тәғәйенләнә. 1774 й. февр. Т. өҫтәмә көс артынан Берда биҫтәһенә киткән мәлдә, Нуғайбәк ҡәлғәһе Ю.Б.Бибиков етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына, һуңыраҡ Т. Ҡаранай Моратов һәм И.И.Ульянов м‑н берлектә ҡәлғәне яңынан ҡулға ала. 6 мартта А.Л.Ларионов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н алыштан һуң Өфөгә сигенә. 8 апр. Баҡалы ҡәлғәһе янында Ҡыҙрас Муллаҡаев тарафынан ҡулға алына һәм Бөгөлмә биҫтәһенә хөкүмәт командаһына тапшырыла. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү үтә. 12 июлдә Пугачёв Ҡазанды алған ваҡытта ҡаса. Төп ғәскәр составында Түб. Волга буйына тиклем барып етә. Баш күтәреүселәр армияһы ҡыйратылғандан һуң 25 авг. баш һалып, Ҡара Яр ҡ. килә. Сембер ҡ. тикшереү үтә, нояб. Мәскәүгә килтерелә. Язалап үлтерелә.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин