ТОПОРНИНДАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Егорович Т., капитан. Сембер губ. Сызрань өйәҙе алпауыты. 1790 й. Өфө өйәҙе Ҡаңлы улусы аҫаба башҡорттарынан ер һатып ала, унда Степан а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны ш. уҡ исемле ауылы) нигеҙ һала. 1795 й. 206 крепостной крәҫтиәне була. Уның улы — Андрей Степанович Т., подполковник. 1816 й. 129 крепостной крәҫтиәне була. Уның балалары: Николай Андреевич Т. (1810—?), ротмистр. Бөрө өйәҙе һәм Минзәлә өйәҙе дворяндары етәксеһе. Өфө өйәҙе Александровка а. 185 крепостной крәҫтиәне була; Дмитрий Андреевич Т. (1819—?), полковник. Өфө өйәҙе дворяндары (ҡара: Дворянлыҡ) етәксеһе; Александр Андреевич Т. (1824—?), губ. секретары. Бөрө өйәҙе дворяндары етәксеһе. Өфө өйәҙе Софийское поле а. (188 крепостной крәҫтиән) хужа була; Екатерина Андреевна Т. (Фок), Өфө өйәҙе Андреевка а. (125 крепостной крәҫтиән) мираҫҡа ала. Т. нәҫеле Пенза, Сембер, Тамбов, Түб. Новгород, Һамар, Һарытау һәм Ырымбур губ. дворяндары нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған. Т. Топорнин а. Ағиҙел й. буйындағы пристангә, Бөрө, Өфө ҡҡ. йорттарға хужа булған. Т. нәҫеле вәкилдәре хәйриә м‑н шөғөлләнгән.

Р.Н.Мансуров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018