ТОМАРОВ Василий Александрович [12.2.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Жилин а., хәҙ. Өфө составында, — 5.1.2004, Өфө], лётчик, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Диңгеҙ һәм ҡоро ер авиацияһының лётчиктар һәм лётчик‑күҙәтеүселәр хәрби мәктәбен (Ейск ҡ., 1942), Н.Е.Жуковский ис. Хәрби‑һауа инженерҙар акад. (Мәскәү, 1955) тамамлаған. 1942 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Волхов һәм Ленинград фронттарында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 13‑сө һауа армияһының 281‑се штурм авиацияһы див. 872‑се штурм авиацияһы полкының звено ком. лейт. Т. 104 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған. 1958 й. запасҡа сыға. 1960 й. алып ӨМЭПБ‑ла эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский (икеһе лә — 1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Т. исеме м‑н Нуғай а. урта мәктәп, Зинин а. (икеһе лә — Өфө составында) урам аталған, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин