ТОЛСТОЙ Александр Петрович (1863—?), граф, Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләтд умаһы (1907—12) депутаты, эре ер биләүсе. П.П.Толстойҙың ағаһы. Ҡазан ун‑тының физика‑матем. ф‑тын тамамлаған. 1887 й. алып участка мировой судьяһы, Өфө өйәҙ һәм губ. земство йыйылыштары гласныйы. Думала прогрессистар фракцияһы секретары. Өфө губ. 4 мең дисәтинә ергә хужа булған. Дәүләт советы ағзаһы (1914—17). Почётлы мировой судья. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018