ТОЛСТОВ (Толстой) Иван Петрович (?—1775 й. һәм 1783 й. араһы), Ырымбур провинцияһы, Ырымбур губ. Ставрополь һәм Бөгөлмә ведомстволары дворяндарынан Уложенный комиссия депутаты. Отставкалағы секунд‑майор. Комиссияға Т. алпауыттарға ҡаҙна ерҙәрен һатып алыуға рөхсәт биреү, ваҡ дәғүәләшеүҙәр б‑са суд эштәрен алып барыу процедураһын ябайлаштырыу һ.б. т‑да наказ тәҡдим итә; 1768 й. алпауыттар тарафынан законһыҙ ҡулға төшөрөлгән ерҙәрҙе ҡаҙнаға тартып алыу т‑да Ырымбур губернаторы А.А.Путятиндың проектын тәнҡитләп сығыш яһай. 1768 й. июлендә депутатлыҡ вәкәләттәрен ваҡытлыса лейб‑гвардия Преображенск полкы каптенармусы М.Н.Толстойға тапшыра. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Васильев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев  

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018