ТОЛОКНОВ Борис Андреевич (8.6. 1922, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе 1‑се Михайловка а. — 2.2.1945, Гросс-Нойендорф а., Германия), Советтар Союзы Геройы (1945). Капитан. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төмән хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1941). 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. сент. башлап Көньяҡ‑Көнбайыш, Көньяҡ, 3‑сө, 4‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 5‑се удар армияның 248‑се уҡсылар див. 899‑сы уҡсылар полкының пулемётсылар ротаһы ком. капитан Т. 1945 й. 1—2 февр. Гросс-Нойендорф а. янында Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ булған. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ, 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (икеһе лә — 1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.