ТОЛКАЧЁВ Михаил Прокофьевич, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Яйыҡ казагы. С.П.Толкачёвтың туғаны. 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалында ҡатнашыусы. Түб. Яйыҡ баш күтәреүселәр үҙәген ойоштороусыларҙың һәм уға етәкселек итеүселәрҙең береһе. Ихтилалға ҡаҙаҡтарҙың ҡораллы ярҙамын һорар өсөн Пугачёв тарафынан Кесе йөҙ ханы Нуралиға ебәрелгән. Ырымбур ҡ. янындағы алыштарҙа, 1773 й. ғин. — 1774 й. апр. башында Яйыҡ ҡаласығында ҡәлғәне ҡамауҙа ҡатнашҡан. Апрелдә көрәштәштәре тарафынан хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы П.Д. Мансуровҡа тапшырылған. Ырымбур йәшерен комиссияһында тикшереү үткән. Ырымбурҙа язалап үлтерелгән.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018