ТОЛКАЧЁВ Константин Борисович (1.3.1953, Сталинск ҡ.), дәүләт эшмәкәре, юрист. Юридик ф. д‑ры (1998), проф. (1998). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. юрисы, РФ ЭЭМ‑ының почётлы хеҙм‑ре (2000). Эске хеҙмәт ген.‑майоры (1998). СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары мәктәбен (1977), СССР ЭЭМ‑ы Акад. (Мәскәү, 1984) тамамлаған. 1977 й. алып РФ ЭЭМ‑ы системаһында эшләй. 1996—2003 йй. РФ ЭЭМ‑ының ӨЮИ начальнигы. 2003 й. башлап отставкала. 1999 й. алып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ЙыйылышыҠоролтай депутаты, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 2—5‑се саҡырылыш рәйесе. 1999—2001 йй. Европа Советында (Страсбург ҡ., Франция) Урындағы һәм төбәк властары конгресының Төбәктәр палатаһында РФ вәкиле урынбаҫары, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советында Конституцион ҡануниәт ком‑ты ағзаһы. БР Президент советы (1999 й. алып), РФ Закон сығарыусылар советы ағзаһы, БР Президенты ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре комиссияһы рәйесе (икеһе лә — 2002 й. алып). “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһендә Сәйәси совет секретары (2009 й. алып). Фәнни тикшеренеүҙәре дәүләт һәм хоҡуҡтың дөйөм теорияһы, конституцион хоҡуҡ һәм кеше хоҡуҡтары проблемаларына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Почёт (2003), Дуҫлыҡ (2013), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2003), Салауат Юлаев (2008) һ.б. ордендар м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Методологические и правовые основания реализации личных конституционных прав и свобод человека и гражданина и участие в ней органов внутренних дел. СПб., 1997; Политические проблемы федерализма: взаимодействие органов власти Российской Федерации и Республики Башкортостан. Уфа, 2001.

Р.Р.Өмөтбаев

Тәрж. М.Х.Хужин