ТКАЧЕНКО Яков Тарасович (15.7. 1906, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кесе Деевка а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Золотоношка а., — 15.10.1979, Свердловск ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлетамаҡ р‑нының “Маяҡ” к‑зында эшләгән, Магнитогорск металлургия комб‑тын төҙөүҙә ҡатнашҡан; Свердловск өлк. Үрге Исәт металлургия з‑дында профсоюз ком‑ты рәйесе булған. 1928—30 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. мартынан Көнбайыш, Төньяҡ‑Көнбайыш, Көньяҡ, 1‑се, 2‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 43‑сө армияның 319‑сы уҡсылар див. 1336‑сы уҡсылар полкының батальон ком. урынбаҫары капитан Т. 1945 й. 14—15 апр. Фирбруденкруг а. янындағы алыштарҙа һәм Ляуке Флисс й. (икеһе лә —Германия) аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Свердловск тау ин‑тының уҡыу-производство оҫтаханаларында нач. булып эшләгән. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.