БАҘАНСАТ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡышлауйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 52 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Баҙан й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 305 кеше; 1939 — 433; 1959 — 389; 1989 — 328; 2002 — 303; 2010 — 245 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Ҡаҙансы а. кешеләре нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 30‑сы йй. Яңы Баҙансат бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, Иҫке Баҙансат булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика