ТИТОВ Василий Фёдорович [23.3. 1911, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Покровка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 10.11.2000, Черновцы ҡ., Украина], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апр. алып Көнбайыш, Үҙәк һәм Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18‑се уҡсылар корпусының 69‑сы уҡсылар див. 120‑се уҡсылар полкының уҡсылар взводы ком. ярҙамсыһы өлкән сержант Т. 1943 й. 15 окт. Белорус ССР‑ының Лоев ҡасабаһы янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Черновцы ҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.