ТИПЕЕВ Шамсун Ислам улы [1.4. 1900, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Исай а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 1983 й. июне, Истра ҡ.], тарихсы. Тарих ф. канд. (1943). 1919 й. алып РКП(б) ағзаһы. Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тында (1921—23), Ҡыҙыл профессураның тарих‑партия ин‑тында (1930—33; икеһе лә — Мәскәү) уҡыған. Юғары хәрби‑пед. ин‑тын тамамлаған (Ташкент, 1943). 1917—18 йй. Бүләкәй‑Көҙәй улусында советтар төҙөүҙә, Башҡорт милли хәрәкәтен, Крәҫтиәндәр күтәрелешен (191821) баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. 1923 й. башлап Орехово‑Зуево, Гурьев, 1925—28 йй. Өфө, 1933—35 йй. Алма‑Ата ҡҡ. партия эшендә. 1930—33 йй. СССР Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығының Үҙәк мәктәбендә, Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тында, 1935—51 йй. СССР ФА‑ның Тарих ин‑тында (1946 й. тиклем өлкән ғилми хеҙм‑р; бөтәһе лә —Мәскәү) эшләй. СССР ФА БФ‑ын (ҡара: Өфө фәнни үҙәге; 1951 й. алып Президиум рәйесе урынбаҫары) ойоштороуҙа ҡатнашҡан. 1952 й. башлап ТТӘИ дир., 1954—56 йй. өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостандағы революция хәрәкәте тарихына арналған. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

Х е ҙ м.: Башҡорт милли ҡуҙғалышы hәм Совет Башҡортостаны тарихы. Өфө, 1929; Бөйөк Октябрь революцияһы һәм башҡорт контрреволюцияһы. Өфө, 1929; Национально‑освободительное движение в Башкирии в 70—80‑х гг. XIX в. //Историк‑марксист. 1939. №5.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.