ТЕРҺӘК, башҡ. ҡәбиләһе. Тамғаһы: . Ҡатай ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығы аҙ. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығына күсеп килгән фин‑уғыр ҡәбиләләренә һәм төрки ҡәбиләләргә барып тоташа. 13—14 бб. Т. ҡатай ҡәбиләләре составында төньяҡҡа һәм төньяҡ‑көнсығышҡа, Чусовая й. (Кама й. ҡушылдығы), Ҡариҙел й. үрге ағымдары буйына күскән. 17 б. башында Т. бер өлөшө Төмән өйәҙенә, Терһәк й. (Исәт й. ҡушылдығы) тамағы тирәһенә, быуат аҙағында төп өлөшө керҙәш булып һалйот ҡәбиләһе ерҙәренә, Синара м‑н Тинес йй. (Исәт й. басс.) араһына таралып ултырған. 18 б. Т. бәкәтин, ҡатай, һалйот, һеңрән ҡәбиләләре м‑н күрше йәшәгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Уҫы даруғаһының һәм Себер даруғаһының Терһәк улустарын тәшкил иткән. Көңгөр бургомистры Юхнев мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. 1‑се ярт. Терһәк улустарында 240 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. — 19 б. Т. йәшәгән терр‑я Екатеринбург өйәҙенә, Красноуфимск өйәҙенә, Шадринск өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 3‑сө башҡ. кантондарына (1790—1854) ингән. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр Свердловск өлк. Түб. Һирге р‑нына, Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑нына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова