ТЕРЕҒОЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — мырҙа Йәнекәй Ҡолдашевтың (ҡара: Йәнекәевтәр) улы Тереғол Йәнекәй улы Ҡолдашев, 16 б. 2‑се ярт. Ҡасим батшалығының Темников ҡ. хеҙмәт итә. Уның улдары: Тенәш (Теребирҙе), Уразай, Теләш, Көсәкәй Т. 1625 й. хәрби хеҙмәттәре өсөн уларға дворян дәрәжәһе (ҡара: Дворянлыҡ) бирелә. Пётр I 1713 й. 3 нояб. Указы б‑са мырҙа‑мосолмандар м‑н бергә Т. дворянлыҡтан мәхрүм ителә; императрица Екатерина II 1784 й. 22 февр. һәм 1796 й. 15 майындағы исемле указдары б‑са уларға дворян дәрәжәһе кире ҡайтарыла, тик поместье һәм ер биләмәһенә хужа булыу хоҡуғы бирелмәй. Илбәк Батырша улы Т., Исмәғил Сөләймән улы Т., Ҡ(Х)анһөйәр Мортаза улы Т., Мөрсәлим Йөҙәй улыТ., Мөсәл Сөләймән улыТ., Тимербулат Ыҫлаҡ улы Т. һәм Хөсәйен Батырша улы Т. билдәле, 18 б. 70‑се йй. Тамбов наместниклығының Темников өйәҙенән Ырымбур губернаһына күсенәләр. Дворян Йәнекәевтәр вәкилдәре м‑н бергә керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Ҡарғалы а. (хәҙ. Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәренә килеп ултыралар. Шул уҡ улус башҡорттары м‑н 1777 й. килешеү б‑са Ҡарғалы й. (Cәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында 14 мең дисәтинәнән ашыу ерҙе файҙаланыуға алалар. Шулай уҡ билдәлеләр: Кәлимулла Бәширулы Т., губ. секретары (1824). 1816 й. алып Ырымбур ыҙан контораһында хеҙмәт итә; Ибраһим Вәлиуллаулы Т. (1852, Өфө — 1921, Сәмәрҡәнд ҡ.), педагог. Ҡазан губернаһында урыҫ булмаған халыҡҡа белем биреү мәсьәләләре м‑н шөғөлләнә. “Көнсығыш клубы”н (Ҡазан) ойоштороп, уның идара рәйесе була; Шәрәфетдин Нәжметдинулы Т. (1861, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Боғаҙы улусы Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 1916, Өфө). 1881 й. башлап Ырымбур мосолман диниә назараты теркәүсеһе, архивариусы. 3‑сө дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән (1911); Әхмәтсолтан Ғәлиулы Т. (1880 й. авг., Өфө — 28.7.1952, шунда уҡ). 1915—17 йй. Өфө губернаторы эргәһендә махсус эштәр чиновнигы. Өфө ҡала думаһы гласныйы, 1918 й. Өфө ваҡытлы мосолман ҡала халыҡ комитеты ағзаһы; Ғүмәр Хәбибрахманулы Т. (1883, Өфө — 1938, Төркиә), сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өфө земствоһында хеҙмәт итә. 1907 й. алып “Урал” гәз. сығарыусыларҙың береһе, 1917 й. Мосолмандар араһында гражданлыҡ идеяларын таратыу комитеты идараһы рәйесе, Өфө губерна мосолман милли советы башҡарма ком‑ты ағзаһы; 1‑се һәм 2‑се Бөтә Рәсәй мосолман съездарын әҙерләүҙә һәм эшендә ҡатнаша, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли йыйылышы депутаты, 1918 й. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты, Өфө ваҡытлы мосолман ҡала халыҡ ком‑ты ағзаһы. 1919 й. Төркиәгә сығып китә; Хәлиулла (Хәлил) Ниғмәтулла улы Т. (12.3.1890, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 7.12.1937, Өфө), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә, подпоручик. 1918 й. Башҡорт хәрби шураһының мобилизация бүлеге мөдире. 1920 й. башлап Дезертирлыҡҡа ҡаршы көрәш б‑са Үҙәк башҡ. комиссияһы рәйесе. Репрессиялана, 1956 й. аҡлана; Ғәли Ниғмәтулла улы Т. (9.6.1894, Ҡарғалы а. — 18.9.1976, Өфө), Башревком канцелярияһында эшләй. Репрессиялана, 1956 й. аҡлана; Усман Ниғмәтулла улы Т. (1896, Ҡарғалы а. — 7.4.1943, Свободный ҡ.), Башҡ. милли хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918—19 йй. Башҡ. ғәскәрендә, поручик; 1919—20 йй. Ҡыҙыл Армияла. Башҡ. хәрби шураһы ағзаһы. 1918 й. июненән Тамъян‑Ҡатай ирекле отряды нач., бер үк ваҡытта авг. алып Верхнеурал фронтының башҡ. ҡораллы көстәре командующийы, 1919 й. ғин. аҙағынан Башҡорт корпусының 6‑сы уҡсылар полкы, май айынан Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының 1‑се кавалерия полкы командиры. Репрессиялана, 1989 й. аҡлана; Әхмәтйән Хөсәйен улы Т. (5.6.1896, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 9.3.1977, Ҡазан), полковник. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1919 й. башлап 1‑се Башҡ. уҡсылар див. штаб нач., июндән 1‑се Башҡ. уҡсылар полкы ком., 1920—21 йй. Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы ком., 1922—23 йй. БАССР‑ҙың хәрби комиссары. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1967). Т. нәҫеле Ырымбур губ. дворяндары нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған. Т. нәҫеленә ш. уҡ Л.Н.Минһажетдинова, Ғ.М. Мөхәмәтова, И.Н.Ниғмәтуллин, Р.И. Ниғмәтуллин, А.Р.Тереғолов, Ғ.Н.Тереғолов, Н.Ғ.Тереғолов, Р.Ғ.Тереғолов, Ш.Ә.Тереғолов, Ә.Б.Тереғолов, Б.Х.Әхмәтова ҡарай.

Ә.Ғ.Тереғолов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.