ТЕРЕБИНСКИЙ Наум Варламович (1.1.1851—?), Ырымбур губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. Дворян. Ҡазан ун‑тын тамамлаған. Ырымбур ҡ. табип булып эшләгән. 1906 й. 2‑се ярт. Тыныс юл м‑н яңырыу партияһының Ырымбур ойошмаһына (140‑ҡа яҡын ағза) етәкселек иткән. Думала прогрессылар фракцияһы ағзаһы. 1908 й. 18 мартында депутат исеменән баш тартҡан. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Д.А.Сафонов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.