ТИПТӘР ПОЛКТАРЫ, типтәрҙәрҙең Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итеү өсөн ойошторолған еңел атлы хәрби частары, 1790—1845 йй. рус армияһының ҡайһы бер тактик берләшмәләренә ҡушылған. Ойошторолған ваҡытта Ырымбур айырым корпусы ком. буйһонған. Һәр полк 5 йөҙҙән (полковник, 5‑әр яҫауыл, йөҙ башы, хорунжий, 10 илле башы, 50 ун башы һәм рядовойҙар — бөтәһе яҡынса 540 кеше) торған. Т.п. хеҙмәт итеүселәр кейем‑һалымды, ат һәм ат егеү кәрәк‑ярағын типтәрҙәрҙән йыйып алынған аҡсаға алған, ҡоралды ҡаҙна биргән. 1‑се Т.п. 1790 й. Өфөлә 5 йөҙлө казак полкы булараҡ ойошторола, 1791 й. алып Өфө казак полкы, 1798 й. 1‑се һәм 2‑се Т.п. бүленгән, 1819 й. башлап 1‑се һәм 2‑се Типтәр регуляр казак полктары, 1835 й. алып уларҙы берләштергәндән һуң 1‑се Ырымбур казак полкы, 1841 й. — Өфө казак полкы. 1845 й. таратыла. Т.п. Ватан һуғышында (1812), Рус армияһының сит илгә походтарында (181314), Хиуа походында (183940), 2‑се Т.п. 1830—31 йй. Польша ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан.

Әҙәб.: Р а х и м о в Р.Н. История тептярских конных полков, 1790—1845. Уфа, 2008.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин  

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018