БӘҘӘМШИН Рөстәм Әхмәр улы (12.09.1950, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Уяҙытамаҡ а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй: 1990 й. алып фәнни эштәр б‑са проректор урынбаҫары, 2003 й. — фәнни һәм инновация эшмәкәрлеге б‑са проректор; бер үк ваҡытта 1994 й. алып Башҡ‑н инновация фәнни‑технологик паркының ген. дир., 2012 й. — "Башҡортостан технопаркы" коммерциялашмаған партнёрлыҡ идараһы рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге төрлө физик тәбиғәтле сатмарлы системалар м‑н идара итеү мәсьәләләренә арналған. Төрлө технологик процестар өсөн индукторлы йылытыу ҡулайламаларын проектлауҙың ул уйлап тапҡан ысулдары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең байтаҡ пр‑тиеларында файҙаланыла. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Оптимальное терминальное управление системами с распределёнными параметрами при неполном измерении их состояния. Уфа, 1997 (авторҙ.); Проблемы управления сложными динамическими объектами в критических ситуациях на основе знаний. М., 2003 (авторҙ.); Интеллектуальные системы управления и контроля газотурбинных двигателей. М., 2008 (авторҙ.).

Б.Ғ.Ильясов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика