ТИПТӘРҘӘР, 17—19 бб. Башҡортостандағы социаль төркөм. Яҙма сығанаҡтарҙа Т. тәүге тапҡыр 1725—26 йй. (Көңгөр бургомистры Юхнев материалдары) телгә алына. “Типтәрҙәр” терминының килеп сығышын П.И.Рычков, В.Н.Витевский фарсы телендәге “дәфтәр" (яҙма, килешеү), Г.И.Комиссаров — сыуаш телендәге “типтәр” (киртекле тамға), Ә.З.Әсфәндиәров башҡортсалағы “тибеү”, “тибелеү” (ҡыҫырыҡлап, этеп сығарыу, ситкә ҡағылыу) һүҙҙәре м‑н бәйләй. Ғалимдарҙың күпселеге Т. — ҡатлам (Б.С.Дәүләтбаев, Р.Н.Рәхимов, У.Х.Рәхмәтуллин, Әсфәндиәров), башҡалары этник ҡатлам төркөмө(Р.Ғ.Кузеев, Д.М.Исхаҡов) итеп ҡарай.

Т. керҙәштәрҙәнойошоп, улар араһында тәүҙә ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан башҡорттар (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) булған, һуңынан күскенселек хәрәкәте ваҡытында Урта Волга буйынан килгән мари, мордва, сыуаш, татар, удмурттар иҫәбенә артҡан. Т. Ырымбур экспедицияһы (1734—44) тарафынан үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуҙан һуң ғына теркәлә, 1747 й. уларҙы бобылдәрм‑н берләштерәләр. 17 б. 30‑сы йй. алып Т. 40 тин яһаҡ түләгән [1747 й. бер ир-атҡа йән башына 80 тин яһаҡ м‑н алмаштырыла; ҡара: Ихтилал (1747)], ш. уҡ бер ихатанан йылына 4 тин милек (өйгә, хужалыҡҡа), 5 тин ям һалымы биргән; ерҙәренән файҙаланған өсөн аҫаба башҡорттарға (ҡара: Аҫаба) оброк түләгән. Башҡорт ихтилалында(1735—40) ҡатнашҡан башҡорттарҙа керҙәш булып йөрөгән Т. бер өлөшө оброктан азат ителгән. 17—18 б. аҙ. Т. төрлө хеҙмәт йөкләмәләре үтәп, Ырымбур ҡ. һәм Ырымбур сик һыҙығыҡәлғәләрен, Өфө кремлен төҙөгән, Илек тоҙ промыслыларынан (ҡара: Тоҙ сығарыу кәсептәре)Ашҡаҙар һәм Ағиҙел йй. пристаненә тоҙ ташыған (бер бот тоҙға 5—7 тин эш хаҡы түләнгән, ш. уҡ 1754 й. тиклем тоҙҙо бушлай алғандар) һ.б.

19 б. Т. аҙыҡ-түлек капиталына (уңыш булмағанда тотоноуға аҡса һәм иген), полктарҙы, юлдарҙы, һыу бәйләнешен тотоуға, земство йөкләмәләрен башҡарыуға һалым һәм өҫтәмә аҡсалата йыйым арттырыла.Идара итеүҙеңкантон системаһы осоронда Т. йылына ир-ат башына — 2,24 һум, 1860 йй. 4,32 һум көмөш аҡса түләгән.

18 б. 30‑сы йй. алып Т. старшиналар етәкселегендәгекомандаларға бүленгән. 18 б. аҙ. типтәр полктары төҙөлгән, 1833 й. башлап Т. рекрут йөкләмәһен үтәгән. 1855 й. уларҙы Башҡ. ғәскәренә (ҡара: Башҡорт-мишәр ғәскәре)ҡушалар, һайлап ҡуйылған старшиналарҙы йорт старшиналары (ҡара: Йорт) м‑н алыштыралар (старшиналар кантон башлыҡтарына, попечителдәргә буйһонған). Т. ҡатламы 1865 й., Башҡ. ғәскәрен таратҡандан һуң (ҡара:“Башҡорттар тураһында положение”), бөтөрөлә. Т. граждандар ведомствоһына күсерелә, халыҡ улустарға(улар ауыл йыйыны, староста идара иткән бер йәки бер нисә күрше ауыл халҡын берләштергән “ауыл йәмғиәттәре”нән торған) таратыла.

18 б. аҙ. Т. этник составында 40% татар, 38% мари, 18% удмурт, 4% башҡ. һәм мордва булған, һуңыраҡ Т. күбеһе был этностарға ингән, ҡалған өлөшө (Башҡортостандың төньяҡ һәм үҙәк райондары) элекке ҡатлам исемен һаҡлаған. 1897 й. (халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са) Ырымбур губернаһында — 16877, Өфө губернаһында — 39955, 1926 й. БАССР‑ҙа  23290 Т. теркәлгән, артабанғы халыҡ иҫәбен алыу кампанияларында улар башҡ. йәки татарҙар составына индерелгән.

Әҙәб.: Якупов Р.И. Тептяри: историко-этнологические очерки. К проблеме генезиса этничности. М., 2001; Рахимов Р.Н. История тептярских конных полков, 1790—1845. Уфа, 2008.

Р.И.Яҡупов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика