ТЕМӘС ИЛЕКӘЕВ, 1735—40 йй. һәм 1755—56 йй. башҡ. ихтилалдарында [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (173540), Башҡорт ихтилалы (175556)] ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы Илекәй а. башҡорто. Тархан. 1742 й. 4 даруғаның башҡ. вәкилдәре делегацияһы составында, керҙәштәргә ер м‑н оброкһыҙ файҙаланыу хоҡуғын [указдар(1736 й. 11 февр.) б‑са индерелгән] һәм башҡорттарҙан туй өсөн һалымды бөтөрөүҙе һорап, Өфө вице-губернаторы П.Д.Аксаковҡа яҙылған хатҡа ҡул ҡуйған. 1755 й. 15 майында Талҡаҫ күле буйында башҡ. халҡын йәберләгән өсөн тау‑эҙләнеү эштәре нач. Е.Е.Брагинды һәм уның ярҙамсыларын язалауҙа ҡатнашҡан. Властар яғынан репрессиянан ҡурҡып, ҡаҙаҡ далаларына ҡасҡан. 1760 йй. Башҡортостанға ҡайтҡан. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Т.И. исеме м‑н Баймаҡ р‑нының Темәс а. аталған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018