ТВЕРДЫШЕВТАР, завод хужалары. Сембер сауҙагәрҙәре. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Борис Т., сауҙагәр. 1729— 32 йй. Сембер бурмистры. Уның улдары: Иван Борисович Т. (1690 й. һуң, Сембер ҡ. — 1773 й. апр., С.‑Петербург), коллегия асессоры. Нәҫелдән килгән дворян (1758 й. алып). Ит м‑н сауҙа иткән, селитра ҡайнатыу, араҡы ҡыуыу, 18 б. 40‑сы йй. башынан Ырымбур губернаһына аҙыҡ-түлек һәм шарап ташыу м‑н шөғөлләнгән. И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) м‑н берлектә Архангел баҡыр иретеү заводы, Белорет заводы, Богоявленск заводы, Верхотор заводы, Воскресенка заводы, Йүрүҙән-Ивановка заводы, Ҡытау-Ивановка заводы, Ҡытаутамаҡ заводы, Преображенск заводы, Үрге Эҫем з‑ды (ҡара: Эҫем заводтары) төҙөгән, 1768 й. Покровка заводын һатып алған; Яков Борисович Т. (?— 22.6.1783), 1758 й. “баҡыр һәм тимер заводтары директоры” тигән дәрәжә бирелгән. 1773 й. алып Твердышевтар—Мясников компанияһы м‑н етәкселек иткән. Мең заводын һәм Түб. Эҫем з‑дын төҙөгән. Уның ҡыҙы — Татьяна Яковлевна Т. (Бибикова), 1782 й. Преображенск з‑дын мираҫ итеп алған. 1783 й. Т. мөлкәтен бүлгәндән һуң заводтарҙың күпселеге И.С.Мясников ҡыҙҙары ҡулына күскән.

С.Н.Ҡолбахтин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018