ТАУБЕ Фёдор Фёдорович (Арнольд Отто Фридрих) фон (15.6.1857, Лифляндия губ. Венден өйәҙе — 23.2. 1911, Новочеркасск ҡ.), барон, дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейтенант (1909). 1877—78 йй. рус-төрөк һуғышында ҡатнашҡан. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1884) 1875 й. алып рус армияһында. 1890—99 йй. Румыния һәм Сербияла хәрби агент. 1903 й. башлап Ырымбур казак ғәскәре штабы нач. [1904 й. Я.Ф.Барабаш м‑н берлектә рус- япон һуғышында (190405) ҡатнашыр өсөн Ырымбур казак див. мобилизация ойошторған һәм уны кәрәк-яраҡ м‑н тәьмин иткән]. Ырымбур ғилми архив комиссияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. 1906 й. апр. алып Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы. Революция (190507) осоронда губернала тәртип тотҡан. 1906 й. окт. башлап Айырым жандармдар корпусы ком., 1909 й. — Дон казак ғәскәренең наказлы атаманы. 2-се (1910), 3-сө (1901), 4-се (1898) дәрәжә Изге Владимир, 1-се (1907), 2-се (1895), 3-сө (1887) дәрәжә Изге Анна, 1-се (1905), 2-се (1890), ҡылыслы һәм бантлы 3-сө (1878) дәрәжә Изге Станислав, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин  

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.