ТАТАР ЙӘМӘҒӘТ ҮҘӘГЕ, БР‑ҙа йәшәгән татарҙарҙың мәҙәниәтен, телен, әҙәбиәтен һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың граждандар, сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу өсөн булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. ойошторола. Бөтә татар йәмәғәт үҙәгенә (Ҡазан) ҡарай. Иң юғары органы — 4 йылға 1 тапҡыр саҡырылған съезд; съездар араһында — Президиум. Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалаларҙа бүлексәләре бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: дәүләт власы органдарында татарҙарҙың мәнфәғәтен сағылдырыу, Татарстандың ғилми һәм ижади ойошмалары м‑н хеҙмәттәшлек итеү, БР‑ҙың урта һәм юғары уҡыу йорттарында татар теле һәм әҙәбиәте бүлектәрен асыуға булышлыҡ итеү һ.б. йүнәлештәр. Үҙәк ҡатнашлығында “Науруз гүзәле” респ. матурлыҡ конкурсы (йыл һайын), “Туған тел” татар йырҙарын йәш башҡарыусылар конкурсы (2 йылға 1 тапҡыр), татар яҙыусылары һәм шағирҙарының юбилей һәм ижад кисәләре, татар әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, сәнғәтен һ.б. үҫтереүгә тос өлөш индергән ғалимдарға, педагогтарға, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә арналған саралар уҙғарыла. Рәйестәре: М.Ә.Хужин (1989 й. алып), К.К.Яуышев (1994 й. алып), Р.Ҡ.Әмиров (1995 й. алып), З.Ә.Хәкимов (1998 й. алып), А.С.Ғиниәтуллин (2000 й. алып), Ҡ.И.Имаметдинов (2009 й. алып).

Р.Ҡ.Әмиров

Тәрж. М.Х.Хужин