ТАТАР-БАШҠОРТ ДРУЖИНАҺЫ, РСФСР ХКС‑ы һәм Үҙәк мосолман комиссариаты саҡырыуы нигеҙендә 1918 й. июнь аҙағында Өфөлә башҡорт һәм татарҙарҙан Ҡыҙыл гвардия отряды (ҡара: Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары) булараҡ ойошторола. Июлдән — А.М.Чеверёв отряды, сент. алып РККА‑ның Көнсығыш фронтындағы Икенсе армияһының 28‑се уҡсылар див. составына инә. Граждандар һуғышы барышында 1918 й. июлендә Бөгөлмә һәм Сарапул ҡҡ. тирәһендә Чехословак айырым корпусы частарына ҡаршы алышта, сент.—нояб. — Ижевск-Воткинск операцияһында, 1919 й. майында — Алабуға, Сарапул, Әгерже ҡҡ., июндә — Ижевск, Красноуфимск ҡҡ. алыуҙа, июлдә Екатеринбург операцияһында ҡатнаша. Батальонға үҙгәртелә. Ком. — Ш.Ә.Хоҙайбирҙин (1918 й. июнь—июле.)

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.