ТАРХАН, 1) боронғо төрки дәүләттәрҙә юғары ҡатлам титулы. Башҡорттарҙа Т. титулы Монгол империяһы дәүерендә таралыу алған, тип фараз ителә; Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң айырым хәрби, дипломатик һ.б. хеҙмәттәр өсөн батша исеменән бирелгән; нәҫел б‑са күскән һәм шәхси Т. титулдары булған. Нәҫел б‑са күскән Т. титулын алыр өсөн батша исеменә ғариза тултырылған (олатаһы, атаһы һ.б. хеҙмәте күрһәтелгән), уны Өфө воеводаһы тикшергән. Өфө приказ йорто тарафынан “тархандар исемлеге”нә индерелгән дәғүәсегә жалованный грамота бирелгән, уның күсермәһе йорт архивында һаҡланған. Бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, үҫәргән һ.б. ҡәбиләләр шәжәрәһенә ярашлы, Т. титулына иң тәүгеләрҙән булып Ҡәнзәфәр бей һ.б. башҡ. ҡәбиләләре юлбашсылары (улар башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының Рәсәй дәүләте составына инеү шарттары т‑да килешеү төҙөр өсөн Иван IV барған илселеккә етәкселек иткән) лайыҡ булған. 17 б. аҙ. — 18 б. 1‑се ярт. башҡ. аҡһөйәктәренең күбеһенә (бей, кенәз, мырҙаларға), ш. уҡ 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым, 1695 й. һәм 1696 й. Азов походтарында, 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында һ.б. ҡатнашҡан ҡайһы бер батырҙарға һәм ябай башҡорттарға титул бирелгән. Т. төп бурыстары: хәрби хеҙмәт (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте), ш. иҫ. Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлау; дипломатик (ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, себер татарҙары м‑н һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡандар), адм. (улус, даруғаларға етәкселек иткәндәр, башҡ. ерҙәрен һатыу һәм ҡуртымға биреү шарттарын контролдә тотҡандар, яһаҡ йыйыуҙы һ.б. йөкләмәләрҙе үтәүҙе ойошторғандар), суд һ.б. йөкмәтелгән эштәрҙе үтәү. Нәҫел б‑са күскән һәм шәхси Т. бер өлөшө яһаҡ түләүҙән азат ителгән, ер биләүҙә һәм ерҙе файҙаланыуҙа өҫтөнлөк алған. Т., ҡағиҙә булараҡ, ишле малы һәм мөлкәте булған; төбәктә тау сәнәғәте, тауар-аҡса мөнәсәбәттәре үҫешә башлағас, сауҙа һәм ростовщиклыҡ (уларға таможня пошлинаһына ташламалар яһалған) м‑н шөғөлләнгәндәр. Башҡорт ихтилалдарын (1718 бб.) ойошторғандары һәм ҡатнашҡандары өсөн хөкүмәт жалованный грамоталар биреүҙе туҡтатҡан. Ҡайһы бер Т. башҡ. ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. 1773 й. С.‑Петербургта Т. Исмәғил Тасимов инициативаһы б‑са Тау уч‑щеһы (хәҙ. Г.В.Плеханов ис. С.‑Петербург тау ин‑ты) асыла. 18 б. 30‑сы йй. башында Т. Алдар Иҫәкәев м‑н Таймаҫ Шәимов Әбелхәйер ханға юлланған А.И.Тәвкилев етәкс. илселектә ҡатнашҡан, ҡаҙаҡтарҙың рус подданыйлығын ҡабул итеүенә булышлыҡ иткән. 18 б. уртаһында игенселектең таралыуы, яһаҡты ҡаҙнанан тоҙ һатып алыу м‑н алмаштырыу (1754) һ.б. сәбәптәр арҡаһында Т. өҫтөнлөктәрен юғалта, Т. титулы почётлы исем генә булып ҡала. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелеү м‑н Т. бер өлөшө тулы хоҡуҡлы офицер дәрәжәләре, шәхси һәм нәҫелдән күсә килгән дворянлыҡала. 1845 й. Хәрби Совет положениеһы нигеҙендә Т. һалым һалына, 19 б. уртаһында тарханлыҡ ин‑ты юридик яҡтан үҙенең хоҡуҡтарын юғалта.

2) Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы һ.б. ваҡытында дәүләт һалымдарынан азат булған, хан исеменән бирелгән тарханлыҡ ярлығы м‑н раҫланған ер һәм мөлкәт м‑н файҙаланыу хоҡуғы.

3) Ташламалы грамоталар; 16—17 бб. Рәсәйҙең хеҙмәтле кешеләренән торған социаль төркөм.

Әҙәб.: А с ф а н д и я р о в А.З. Башкирские тарханы. Уфа, 2006.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев