ТАРАСЕНКО Василий Фомич [4.12. 1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шаровка а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 15.8.1995, Рязань ҡ.], артиллерист, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Владивосток танкыға ҡаршы истребитель артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1943). Бәләбәй р‑нының Анненково а. уҡытыусы булып эшләгән. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. июненән Үҙәк, Белоруссия, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се удар армияның 3‑сө айырым танкыға ҡаршы истребитель артиллерия бригадаһы 282‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының батарея ком. гвардия капитаны Т. 1945 й. 16—25 апр. Врицин, Штраусберг, Берлин ҡҡ. (бөтәһе лә — Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1956) Рязандә йәшәй һәм эшләй. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский (бөтәһе лә — 1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.