ТАНЫП, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡаҙансы, ҡайпан, ҡара‑Т., һыу‑Т. Тамғалары: . Этник яҡтан Волга буйы болғарҙарына, ҡаҙансы м‑н ҡайпан ырыуы Урта Азияның төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. 12 б. аҙ. — 13 б. башында таныптар Тере Танып й. урта һәм үрге ағымы буйлап таралып, фин-уғыр ҡәбиләләре йоғонтоһон кисергән. 14—15 бб. ҡаҙансылар м‑н ҡайпандар Башҡортостандың көньяҡ райондарынан төньяҡҡа күскән һәм Т. ерҙәренә урынлашҡан, һуңыраҡ ҡәбилә составына ҡушылған. 17—18 бб. Т. башлыса Ар, Бармыш, Йоҡ, Көтмәҫ, Мәте, Тибел, Тушҡыр (Тере Танып й. басс.), Барҙы, Тулва (Кама й. басс.) йй. буйында йәшәгән. 19 б. башында Т. бер өлөшө Ҡариҙел й. басс. буйына күскән. 18 б. Т. балыҡсы, гәрә, ғәйнә, йылан, ун, уран ҡәбиләләре м‑н күрше йәшәгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Танып улусын тәшкил иткән. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре б-са, 335 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. — 19 б. ҡәбилә йәшәгән терр‑я Бөрө өйәҙенә һәм Уҫы өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 1‑се, 5‑се (артабан 10-сы, 11‑се) башҡ. кантондарына (1790—1854) ингән. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр БР‑ҙың Асҡын, Балтас, Борай, Ҡариҙел, Мишкә, Тәтешле р-ндарына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова