ТАНЦОРОВ Григорий Васильевич (20.9.1908, Һарытау губ. Золотое а. — 9.3.1944, Тернополь ҡ.), артиллерист, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ростов артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1931 й. алып Өфө район йылға транспорты идаралығында, 1935—42 йй. Пермь йылға портында эшләй. 1942 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. июненән Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армияның 4‑се танк корпусы 13‑сө гвардия танк бригадаһы 1‑се танк батальонының САУ-85 батареяһы ком. гвардия лейт. Т. 1944 й. 6 һәм 9 мартында Збараж т. юл ст. һәм Тернополь ҡ. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Т. исеме м‑н тыуған ауылында, Пермь крайының Түб. Ҡоръя ҡасабаһында, Красноармейск, Пермь (ш. уҡ теплоход), Тернополь (“Герой Танцоров” катеры) ҡ .. урам аталған. Тернополдә уға — һәйкәл, Пермдә йылғасылар клубы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.