БАДМИНТОН (ингл. badminton), спорт төрө, майҙансыҡта сетка аша ракеткалар м‑н волан ташлашыу уйыны. Респ. 20 б. 60‑сы йй. башынан үҫешә. Б. өсөн майҙансыҡтар “Юлдаш” физик культура йортонда, БДУ, БДМУ, БДПУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ‑ла, Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайында, Өфөнөң 35‑се урта мәктәбендә, Межгорье ҡ. ДЮСШ‑нда һ.б. бар. Өфөлә йыл һайын бөтә Рәсәй турнирҙары үткәрелә: 1985 й. алып — Салауат Юлаев ис. призға, 2001 й. — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған. Респ. Б. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — Р.Р.Билалов (1976). 1966 й. БАССР йыйылма командаһы бөтә Союз ярыштарында беренсе тапҡыр сығыш яһай һәм 2‑се төркөмдә бронза призёр була, 1979 й. РСФСР халыҡтары спартакиадаһы финалында ҡатнаша, 1993 й. Рәсәй клубтар чемпионатының 1‑се лигаһына сыға. Респ. ирҙәр йыйылма командаһы — РСФСР Кубогының бронза призёры (1980); “Ағиҙел” командаһы (Өфө) — юғары лига командалары араһында Рәсәй клубтар чемпионатының көмөш (2004) һәм бронза (2003) призёры. 1996 й. Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар спорты фестивалендә В.Ә.Хаджимамедова һәм Г.В.Вәлиева Б. б‑са турнир еңеүселәре була, 1997 й. С.М.Макин һәм К.И.Иванов — парлы уйын категорияһында РФ хеҙмәтсәндәре спартакиадаһы чемпиондары. Вәлиева — ветерандар араһында яңғыҙ уйын категорияһында Европа чемпионатының (1997), Е.В.Сырякова — студенттар араһында парлы уйын категорияһында Рәсәй чемпионатының (1997) бронза призёры, М.А.Мезенцева — бөтә Рәсәй турнирҙары еңеүсеһе (2002—04). 2003 й. А.Ю.Кузеванов РФ уҡыусылары спартакиадаһында һәм Рәсәй йыйылма командаһы составында үҫмерҙәр араһында Европа беренселегендә еңеү яулай. РСФСР йыйылма командаһына — Билалов (70‑се йй. аҙ.), С.В.Свистунов (80‑се йй.), СССР йыйылма үҫмер спортсылар командаһына — Г.Ю.Гильченко (70‑се йй. аҙ.), РСФСР-ҙыҡына И.Д.Вәлиева (80‑се йй.) инә. Респ. ДЮСШ‑ларында 8 Б. секцияһы һәм 3 Б. бүлеге бар, уларҙа 500‑ҙән ашыу кеше шөғөлләнә (2010). 1964 й. алып БР Б. федерацияһы эшләй. Б. м‑н тренерҙар Ю.А.Бушуев, Д.З.Вәлиев (бөтә Союз категориялы судья), Ю.Д.Гильченко, Т.М.Ғарипов, Э.В.Щербия һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика