ТАМҒА, ҡайһы ырыуға ҡарауҙы йәки нимәгәлер эйә булыуҙы аңлатҡан билдә. Бер йәки бер нисә һыҙыҡҡа ҡарата симметриялы геом. һүрәттән ғибәрәт. Көньяҡ Уралда тәүге Т. бронза һәм иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыларында осрай. Башҡорттар Т. аҫабалыҡ, көтөүлек, йәйләү (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) сиктәрен, солоҡ ағастарын (ҡара: Солоҡсолоҡ), эш ҡоралдарын, малды (ҡара: Хужалыҡ), традицион йыһаз әйберҙәрен һ.б. билдәләгәндә, ш. уҡ рәсми документтарға ҡул ҡуйғанда файҙаланған. Ҙур ырыу-ҡәбилә берәмектәре (ырыу, ҡайһы берҙә ҡәбилә) төп Т. киләһе быуындарға тапшырған; уларҙың айырым төркөмдәре һәм үҙ аллы йәшәгән ҡатламдары уның үҙгәргән вариантын һаҡлаған. Рәил Ғ.Кузеев мәғлүмәттәре б‑са, 3,5 меңдән ашыу башҡорт Т. билдәле. 18 б. башлыса ғаилә Т. таралған, Башҡортостандың көнбайышында улар күп төрлө булған, көнсығыш райондарҙа бөтә ырыу бүленеше йәки ауыл өсөн уртаҡ бер Т. ҡулланылған. Төрки, монгол һәм башҡа халыҡтарҙа таралған.

Әҙәб.: С о к о л о в Д.Н. О башкирских тамгах //Труды Оренбургской учёной архивной комиссии. Оренбург, 1904. Вып. 13.

Ю.А.Әбсәләмова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018