ПАЛЕОГРАФИЯ (палео... һәм ...графия), яҙма тамғаларҙың барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен; боронғо яҙма ҡомартҡыларҙы уҡыу маҡсатын, авторын, яҙылыу ваҡытын һәм урынын билдәләү, ҡулланылған материалды, яҙыу ҡоралын һ.б. үҙенсәлектәрен өйрәнгән тарихи‑филол. дисциплина. БР‑ҙа башлыса Башҡортостанда табылған һәм махсус һаҡлау урындарында тупланған (ҡара: Китап‑ҡулъяҙмалар фонды) ғәрәп теле, фарсы теле һәм төрки телендәге ғәрәп гра‑ фикаһы ҡомартҡылары, ш. уҡ кириллица нигеҙендәге революцияға тиклемге китаптар (ҡара: Ҡулъяҙма китап, Иҫке баҫма китап) П. б‑са тикшеренеү предметы булып тора. Палеографик күҙәтеүҙәр ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм дешифровкалау, уларҙы текстологик (ҡара: Текстология) һәм лингвистик өйрәнеүгә бәйле башлана.Башҡ. әҙәби теленең тарихи сығанағы булараҡ палеографик анализды үҙ эсенә алған башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыларын фәнни яҡтан тасуирлау И.Ғ.Ғәләүетдинов тарафынан башҡарылған. Т.М.Ғарипов хеҙмәттәрендә ҡомартҡы текстарын график тергеҙеү методикаһы эшләнгән. Р.М.Болғаҡов тарафынан БР‑ҙа һаҡланған ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптарҙың яҙылыу датаһы, урыны күрһәтелгән, авторҙар т‑да мәғлүмәт һ.б. бирелгән каталогтар төҙөлә.

Г.М.Ҡорбанғәлиева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика