ТАМБОВЦЕВ Василий (?—1778, Наурск ҡәлғәһе, Төньяҡ Кавказ), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Яйыҡ казагы. Комиссияла крәҫтиән һәм казактарҙың сауҙагәрҙәр аралашлығынан тыш сауҙа итеү хоҡуғын яҡлай. Дворяндарҙың (ҡара: Дворянлыҡ) өҫтөнлөктәре нығытылған “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тәнҡитләгән депутаттарға ҡушыла. 1771 й. Мәскәү легионының казак командаһы ротмистры.

И.М.Васильев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018