ТАМБОВЦЕВ (Анкудинов) Иван (? — 1772 й. ғин., Ырымбур губ. Яйыҡ ҡаласығы), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Яйыҡ казагы. Комиссияла крәҫтиән һәм казактарҙың сауҙа м‑н шөғөлләнеү хоҡуғын яҡлап сығыш яһаусыларҙы хуплай. “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә дворяндарҙың (ҡара: Дворянлыҡ) өҫтөнлөктәрен арттырыуға ҡаршы булған депутаттарға ҡушыла. Яйыҡ казактары ихтилалы ваҡытында үлтерелә.

И.М.Васильев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.