ТАЛЫЗИН Иван Дмитриевич (1799—14.5.1844, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Дворян. Действительный статский советник (1838), полк. (1832). 1817—64 йй. Кавказ һуғышында, 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. 1817 й. алып рус армияһында. Кавказ айырым корпусы командиры инфантерия ген. А.П.Ермоловтың адъютанты, 1828 й. башлап Хәрби торамалар б‑са баш штабта (С.‑Петербург), 1833 й. — Омск өлкә идараһы рәйесе булып хеҙмәт иткән. 1839 й. алып Тубыл губернаторы. 1840 й. башлап Ырымбур граждан губернаторы. Губернатор булып хеҙмәт итеү дәүерендә Ырымбур губернаһында казак һәм крәҫтиән сыуалыштарын булдырмау сараһын күргән. 4‑се дәрәжә бантлы Изге Владимир (1826), 2‑се (1837), 3‑сө (1824) дәрәжә Изге Анна, 1‑се дәрәжә Изге Станислав (1842) орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин