БАДИКОВ Юрий Владимирович (12.8.1950, Могилёв ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (2002). Ленинград туҡыу һәм еңел сәнәғәт ин‑тын тамамлаған (1972). 1975 й. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй, 1976 й. — Өфө синтетик спирт з‑дында. 1977 й. башлап Бөтә Союз нефть сәнәғәте машиналарын эшләү ҒТИ‑ның Өфө филиалы хеҙм‑ре, 1981 й. — ӨНИ‑лә; 1982—89 йй. һәм 1998—2010 йй. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеуен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында (лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 2007 й. башлап БДУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре химик технология процестарын һәм аппараттарын камиллаштырыуға арналған. Б. гидроакустика аппараттарын проектлауҙың теоретик нигеҙҙәрен һәм уларҙы типлаштырылған сәнәғәт процестарында файҙаланыу ысулдарын эшләй. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Техника и технология гидроакустического воздействия в процессах химической технологии. Уфа, 2001; Использование гидроакустического воздействия в гетерофазных процессах. М., 2004 (авторҙ.).

В.С.Пилюгин

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика