ТАҠЫЯ, башҡорт ҡатын-ҡыҙының түңәрәк традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Эслеген киндер туҡыманан ҡуйғандар, ситен һәм уртаһын ҡыҙыл туҡыма м‑н тышлағандар. Т. өҫкө яғын тотошлай көмөш тәңкә м‑н биҙәгәндәр, уртаһына металл көмбәҙ ҡуйып, уның тирәләй 3 рәт ҡыҙыл мәрйен теккәндәр. Сите буйлап тәңкә баҫып сыҡҡандар, епкә ваҡ муйынсаҡ теҙеп төшөргәндәр. Йәш ҡыҙҙар байрамда һәм туйҙа кейгән. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында 19 б. уртаһына тиклем ҡулланылған. Урта Азия һәм Волга буйы халыҡтарында (мариҙарҙа, удмурттарҙа һ.б.) таралған.

Әҙәб.: К у т у ш е в а Г.Р. Традиционный костюм башкир и татар в Западном Башкортостане. Уфа, 2003.

Тәрж. М.В.Хәкимова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018