ТАЙМАҪ ШӘИМОВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһының Ҡара-Табын улусы башҡорто. Тархан, батыр. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1731—32 йй. А.И.Тәвкилев илселеге составында Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе йөҙөндә булған, төньяҡ ҡаҙаҡтарҙың Рәсәй подданныйлығын алыуына булышлыҡ иткән. 1736 й. 4 авг. Т.Ш. йоғонтоһонда 100‑ләгән баш күтәреүсе Сыбаркүл ҡәлғәһенә баш һалып килгән. 1737 й. март— июнендә Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев һәм Төлкөсура Алдағоловтарҙың баш күтәреүсе отрядтарына ҡаршы эш иткән. Татищевтың бойороғо б‑са Себер даруғаһындағы баш күтәреүселәр етәкселәрен баш һалып килергә өндәү өсөн ебәрелгән. Т.Ш. Мейәс, Силәбе, Сыбаркүл, Уҡлы-Ҡарағай, Үрге Яйыҡ һәм Этҡол ҡәлғәләренә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин