ТАҘ, т а ҙ л а р, башҡ. ҡәбиләһе. Табынырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғалары: . Этник яҡтан б.э. 2‑се мең йыллығы башында Арал буйына күсеп килгән Саян-Алтай ҡалҡыулығының монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Таҙ” этнонимы ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, нуғай, төрөкмән, үзбәктәрҙә билдәле. Алтын Урҙа осоронда ҡәбилә Эмба һәм Урал йй. араһындағы көньяҡ далаларҙа йөрөгән. 13 б. аҙ. ҡәбиләнең бер өлөшө төньяҡҡа Урал алдына күскән, бөрйән, табын, үҫәргән һ.б. ҡәбиләләр составына ҡушылған, ҡалған өлөшө табындар м‑н бергә Уралға һәм Урал аръяғына китеп, ундағы ерҙәрҙә әйлеҡәбиләһенә күрше йәшәгән. 18 б. башҡ. ерҙәрен заводтар төҙөү (ҡара: Тау сәнәғәте) өсөн тартып алғандан һуң, ҡәбилә төньяҡҡа (дыуан һәм әйле ҡәбиләһенең ҡаратаулы ырыуы составына ингән), ш. уҡ Тере Танып й. урта ағымы буйындағы урманлы райондарға күскән. 18—19 бб. аҙ. ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Бөрө өйәҙенең Таҙлар улусына, идара итеүҙең кантон системаһы ваҡытында 5‑се (артабан 10‑сы, 11‑се) кантонға(1790—1854) ингән. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр БР‑ҙың Балтас, Борай р‑ндарына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018