ТАБЫН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Стәрлетамаҡ өйәҙенең Архангел (бер өлөшө), Бишҡайын, Богоявленск, Боҙаяҙ, Дыуан-Табын, Кесе Табын, Кәлсер-Табын, Меркетле улустарынан һәм Өфө өйәҙенең Бишауыл-Уңғар, Биштәкә улустарынан АСБР составында барлыҡҡа килә. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Т.к. сиктәре нигеҙ итеп алына. Төньяҡта — Өфө өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Көҙәй кантоны, көнсығышта — Тамъян-Ҡатай кантоны, көньяҡта — Юрматы кантоны, көнбайышта Стәрлетамаҡ өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Оло Үтәш а., 1920 й. алып — Еҙем-Ҡаран а. (Ғафури р‑ны). Майҙаны — 5872 км2. Халҡы 1920 й. — 140389 кеше. Богоявленск заводы эшләгән. 1922 й. 5 окт. бөтөрөлә, Бишауыл-Уңғар һәм Биштәкә улустары — Өфө кантоны, ҡалған терр‑яһы Стәрлетамаҡ кантоны составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Карта: Табын кантоны (1920)

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.